07.05.2019 Бер көн килеп пластик һауыттар юҡҡа сыҡты, ти...
Кеше ҡыҙыҡ ул. Барлыҡҡа килтерә лә, һуңынан нисек ҡотолорға белмәй. Пластик менән дә шундайыраҡ хәл.
Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы пластик һауыт һатыуҙы тыйырға уйлай. Һүҙ бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттар тураһында. Эйе, тыйыуҙың самый ваҡыты. Сөнки йылы миҙгел башланды, шешлек-мешлек, кеше ҡырҙа ял итә. Ял итә лә ҡый-ҡыпырын ултырған урынында ҡалдырып китә. Күбеһенсә пластик һауыт ятып ҡала.
Европа дәүләттәре был тыйыу ниәте менән алдараҡ өлгөрҙө шикелле: мартта уҡ Европарламент пластик һауыттарҙан баш тартыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. 2021 йылға был яҡтарҙа бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик һауыт-һаба булмаясаҡ.
Беҙҙә әлегә аныҡ дата әйтелмәй. Шулай ҙа башҡа илдәрҙән ҡалышасағыбыҙ юҡ. Тик был тыйыуҙы аңлай белергә кәрәк. Йәшәй алабыҙмы пластикһыҙ? Әлбиттә! Оҙаҡ ҡулланыла торған күпме һауытыбыҙ бар! Йыуырға йыбанмаҫҡа ғына кәрәк.
Әйткәндәй, Америкала ашарға яраҡлы ҡалаҡ уйлап тапҡандар. Ул кукуруз йәки бойҙай ононан эшләнә. Тәмен дә төрлөсә итергә була, имеш. Тәбиғәттә, мәҫәлән, уха эсәһегеҙ ҙә артынан ҡалаҡты ашап ҡуяһығыҙ. Ашарға теләмәһәгеҙ, ҡоштарға ташларһығыҙ. Бөжәктәр ҙә ашай ала. Бына бит.
Пластиктан ҡотолһаҡ, алюмин ҡалаҡтарҙы цветметҡа тапшырып бөтһәк, ағастары күптән сувенир - теләһәк тә, теләмәһәк тә пикникка "нержавейка"ны йөрөтөргә, аҙаҡтан матурлап йыуып ҡуйырға тура киләсәк.