07.05.2019 Урамда йүнле ризыҡ һатыламы?
Урамда ашарға алмағыҙ. Өфө мэрияһы шулай тип иҫкәртә.
Ҡала урамдарында һатылған ризыҡ һәм эсемлектәрҙең сифаты нормаға тап килмәүе ихтимал. Йәғни, сифаты насар тигән һүҙ.
Ҡала хакимиәте рейд үткәргән. Күп һатыу нөктәләрендә санитар етешһеҙлектәр булған. Документһыҙ-ниһеҙ ашарға һатып тороусылар ҙа осраған.
"Үҙәк баҙар" һәм "Спорт" туҡталыштарында продукция һатыусыларға етди иҫкәрмәләр яһалған. Революцион, Әй, Зорге урамдарындағы сауҙа урындары тикшерелгән. Бөтәһе һигеҙ административ протокол төҙөлгән. Кеүәҫ мискәләре ҡуйыусыларҙан да документ талап ителгән.
Өфө мэрияһының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ - рөхсәтһеҙ, лицензияһыҙ һатыусыларҙан ризыҡ йә эсемлек һатып алыу һеҙҙең һаулыҡ өсөн хәүефле. Урам һатыусыларынан аҙыҡ-түлек алмаҫҡа тырышығыҙ.
Ҡыҫҡаһы, марш супермаркеттарға!