07.05.2019 Коллекторҙарҙан ҡурсалағыҙ тип Путиндан ярҙам һораған
Рәсәй Федерация Президентының Тверь өлкәһендәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә "ҡара коллекторҙар" ҡорбаны Сергей Каптуров мөрәжәғәт иткән. Ул Владимир Путиндан ярҙам һораған.
Мөрәжәғәт итеүсе коллекторҙар миңә һәм ғаиләм ағзаларына янай тигән һәм дәүләттән яҡлау һораған.
Быға тиклем Каптуровҡа һәм яҡындарына РФ Тәфтиш комитеты ярҙам итергә вәғәҙәләгән булған. Ир быны өс аҙна көтһә лә, бер кем дә ыжламаған. Хәҙер Сергей Путиндан ярҙам көтә.
Сергей Каптуров микрокредит ойомаһынан аҡса алып торған булған. Бер мәл ул аҙна һайын түләгән иғәнәһен бер-ике көнгә һуңлатҡан. Кредитсылар ирҙең бурысын коллекторҙарға биргән. Улары, үҙ сиратта, Сергейға бер туҡтауһыҙ шылтыратып, ҡатыныңды көсләйбеҙ, 5 йәшлек улыңдын аяғын сабып өҙәсәкбеҙ тип янағандар, хатта бер мәлде фатирын баҫып ингәндәр.