06.05.2019 Өс байрамда алкоголь һатыуҙы закон менән тыялар
Республика парламентында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыуға бәйле закон проекты әҙерләнгән.
Документҡа ярашлы, Йәштәр һәм Белем көндәрендә, Һабантуйҙарҙа магазиндарҙан алкоголле эсемлек һатып алып булмаясаҡ. Һабантуйҙар төрлө районда төрлө көндә үтһә, Йәштәр көнө - 27 июндә, ә Белем көнө 1 йәки 2 сентябрҙә билдәләнә.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, закон проекты халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәтенә таянып эшләнгән. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыуға йә сикләүгә бәйле тәҡдимдәр бик күп.
Закон проекты тураһында халыҡ фекерен белешеү башланасаҡ.
Шулай уҡ, алкоголь һатыу ваҡытын ҡыҫҡартыу хаҡында ла һүҙ бара. Әле киске 23:00 сәғәттән иртәнге 08:00-гә тиклем һатылмаһа, киләсәктә, бәлки, был арауыҡ 22:00 – 10:00 сәғәттә булыр.
Ә һеҙ алкоголгә ҡаршы законға нисек ҡарайһығыҙ? Тағы ниндәй байрамдарҙа бындай эсемлекте һаттырмаҫ инегеҙ?