26.05.2019 Кесерткәндән ашлама
Май айында яңы ғына үҫеп сыҡҡан кесерткәнде йыйып алығыҙ ҙа, мискәгә тултырып, һыу ҡойоғоҙ һәм бер нисә тамсы валерианка экстракты тамыҙығыҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан төнәтмә әсей һәм күперекләнеп ағара. Ҡулланыр алдынан 1:10 нисбәтендә һыу ҡушығыҙ. Ҡыуаҡтарығыҙға һибеп сығығыҙ.