RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эре булһын һуғаным

12.05.2019 Эре булһын һуғаным

Һуғанды ер йылынмайынса ултыртырға ашыҡмағыҙ. Ул сирҙәргә тиҙ бирешәсәк һәм уҡ ебәрәсәк. Был йәшелсә үҫһен өсөн 10 градус йылы булырға тейеш.

Һуған ултыртыласаҡ түтәлде яҙҙан яҡшы итеп ашламалар менән туҡландырыу шарт. Органик ашламалар етмәгәндә насар үҫә. Балсыҡлы, ҡаты, әсе тупраҡты яратмай.

Орлоҡ һатып ал­ғанда уны ипләп кенә бармаҡтарығыҙ менән йомшаҡ ҡына итеп ҡыҫып, еҫкәп ҡарағыҙ. Аҙ ғына булһа ла серек еҫен тояһығыҙ икән, алмауығыҙ хәйерле. Йомшаҡ орлоҡ сирле була. Серек һуғандан сир тиҙ генә баш­ҡаларына тарала. Һу­ңынан уларҙы ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла ҡалдырып булмай. Йәшелсәне сәсер алдынан 1 процентлы марганцовка йәки тоҙ иретмәһендә (1 литр һыуға 1 ҡалаҡ) ике сәғәт тотоп алырға кәрәк. Сәскәндә рәт араһын 15 – 20 см ҡалдыралар. Иң яҡшы орлоҡтоң диаметры 1 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш.

Һуған сорттарынан «Штутгартен ризен» эре булып үҫә. Бик әсе түгел, тәмле һәм тиҙ шыта. 130 – 150 грамға тиклем етә.

«Центурион» – голланд селекционерҙары сығарған сорт. Беҙҙең климат шарттарында яҡшы үҫә. Әсе түгел.

«Стурон» сорты һаҡлауға яйлы. Уңышы мул була. Сирҙәргә бик бирешеп бармай.

Батун һуғаны.
Һалҡынға бик сыҙамлы. Бер урында күп йылдар үҫә. Тупраҡтың уңдырыш­лылығына ҡарата бик талапсан. Иртә яҙ, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, өҫтөн пленка менән ҡаплап ҡуйһаң, иртә ҡыяҡ ебәрә.

Шнитт һуғаны.
Сорттары: «Московский», «Скороспелый». Ҡыяҡтарын иртә яҙҙан башлап, ҡара көҙгә тиклем файҙаланалар.

Шалот һуғаны.
Сорттары: «Кубанская желтая», «Кушевка», «Харьковская». Ҡыяҡтары йомшаҡ, әсе түгел. Башлы һуғанға ҡарағанда иртәрәк өлгөрә




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне