06.05.2019 "Мостай Кәрим" самолеты һәләкәткә осраны
Кисә"Шереметьево" халыҡ-ара аэропортында һауанан ергә ултырғанда "Сухой Суперджет" пассажир лайнеры һәләкәткә осраны.
SU1492 рейсы менән Мәскәүҙән Мурманск ҡалаһына осҡан самолет ерҙән айырылыу менән бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң кире әйләнгән. Осоу-ултырыу һыҙатына төшкәндә ул саманан тыш артыҡ тиҙлектә ултырған. Һөҙөмтәлә тәгәрмәс шассиҙары сыҙамаған, ҡанаттарҙағы яғыулыҡ бактары тишелгән. Оло янғын ҡупҡан.
Экипаж пассажирҙарҙы өрөп тултырылмалы траптар аша ергә төшөргән. Барлығы 78 кешенән 41-е мәрхүм булған тиҙәр.
Самолет Мостай Кәрим исемен йөрөткән. Әйткәндәй, беҙ уны 2017 йылда Өфө аэропортында ҡаршы алғайныҡ.