02.05.2019 Йәшлегеңде оҙонайтҡың килһә...
Был яҙманы, моғайын, ҡатын-ҡыҙҙар ятлап алыр. Сөнки улар өсөн бик кәрәкле мәғлүмәт бар.
Фитнес-бикини конкурстарында ҡатнашып йөрөүсе сибәр бер спортсыбыҙ Валерия Барченко гүзәл затҡа оҙаҡ йәш һәм матур ҡалырға ярҙам итеүсе кәңәштәрен биргән.
Бына, мәҫәлән, тигән ул, фигураны ғына түгел, ә сәләмәтлек торошон да боҙоусы ризыҡтар бар. Ә инде һаулыҡ булмаһа, бөттө, матурлыҡ бер нисек тә ярҙам итә алмай.
Спортсы әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ биш нәмәне ҡулланыуҙан тыйылырға тейеш: алкоголь, ҡәһүә, тоҙло һәм маринадлы ризыҡ, фастфуд.
Әйткәндәй, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләһәгеҙ, тоҙҙо әҙерәк ҡулланығыҙ.
Тағы шуныһы: 45-тән һуң ҡатындар картуф, кишер ашауҙы сикләһә, гел алма кеүек йөрөйәсәк. Үәт!
Шулай әхирәттәр, байрам көндәрендә янығыҙҙағы көслө затты хет теләһә нимә менән һыйлағыҙ, әммә үҙегеҙ үрҙәге кәңәште тотоғоҙ. Белгес әйтә...