01.05.2019 "Маевка"лар һаман йәшәй әле
Бөгөн баш ҡаланың Ленин майҙанына халыҡ ҙур митингҡа сыҡты. "За справедливую экономику в интересах человека труда" - тап ошондай саҡырыумы-талапмы ҡуйылғайны сараға.
Ҡатнашыусылар һаны сама менән 8000 тирәһе булған. Башлыса профсоюз ағзалары сыҡҡан.
Элегерәк Беренсе май Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлеге көнө булараҡ билдәләнһә, профсоюздар гел хеҙмәт хоҡуҡтары өсөн көрәшеү көнө лә, тип үткәргән. Әле лә был ойошма эш кешеһен яҡларға тырыша.
Ә байрам ябай байрам кеүек ҡалды.
Митингҡа БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та килде һәм халыҡты БР Башлығы исеменән ҡотланы. Митинг резолюцияһы ла ҡабул ителде. Һуңынан матур концерт үтте.
Әйткәндәй, Мәскәүҙәге беренсе май митингында 100 мең кеше ҡатнашҡан.
Шулай итеп, оҙаҡҡа һуҙылған май байрамдары башланды.