30.04.2019 Әпәт яңы һалым...
Рәсәй кешеһенең муйынын тағы ла яңы һалым менән быуырға теләйҙәр. Һүҙ сит илдәрҙән килгән посылкаларға берҙәм иғәнә индереү хаҡында бара.
АКИТ интернет сауҙаһы компаниялары ассоциацияһы сит ил онлайн сауҙа нөктәләренән һатып алғанда хаҡтың 15 процентын аҡса итеп йыйырға теләй. Был тәҡдим Рәсәй Хөкүмәтенә ебәрелгән. Унда сит илдәрҙән һатып алыуҙы тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тип танытырға һәм импорт онлайн-кибеттәре тауарҙарынан "үҙең өсөн ҡулланыу" тигән категорияһын алып ташлатырға тигән теләк бар. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең һәм сит ил сауҙаһының мөмкинлектәрен тигеҙләргә теләү тип аңлатыла. Импортҡа НДС түләнмәй, тауарҙары ла сертификация үтмәй.
Иғәнәләрҙе йыйыуҙы Рәсәй почтаһына йөкмәтергә теләйҙәр.