29.04.2019 Өфөлә Рауил Бикбаев исемендәге аллея барлыҡҡа килде
Ул баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында урынлашҡан. Ҡайын-ҡарағайҙар үҫәсәк ағаслыҡ Поляр урамы яғынан башлана һәм Салауат Юлаев проспектына тиклем дауам итә.
Ағас ултыртыу өмәһендә Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин да ҡатнашҡан.
Аллеяға исемде Совет районы халҡы социаль селтәрҙәрҙә һайлау юлы менән ҡушты. Йәмғеһе меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың күбеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен бирергә кәрәк тип белдергән.
Әйткәндәй, үткән аҙнала ғына мәрхүм булған йәмәғәт эшмәкәре, шағир Раил Төхвәт улы ғүмеренең күп өлөшөн Совет районында йәшәгән. Оло шәхес биҫтәнең ғорурлығы булды. Уның исеме халыҡ хәтерендә мәғге һаҡланыр.