29.04.2019 Башҡортостанда өс айҙа 95 кеше янғында һәләк булған
Был фажиғәле хәлдең яртыһына ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелеүенсә, тәүге кварталда республикала 1547 янғын сыҡҡан: шуның 957-һе ҡалаларҙа, 640-ы ауылдарҙа. Былтырғы ошо осорҙа янғындар әҙерәк булған--919 осраҡ. Быйыл тәүге өс айҙа утта 95 кешенең ғүмере өҙөлгән. 49 кеше ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында баҡый донъяға күсһә, 32 кеше электр приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында, 9 кеше мейесте дөрөҫ яҡмау сәбәпле фажиғә ҡорбаны булған. Утта һәләк булыусыларҙың 40 проценты - йәше 60-ты үткән оло кешеләр. Үлеүселәрҙең 65 проценты - ауылдарҙа йәшәүселәр.
Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәлә. Оҙайлы май байрамдары фажиғәгә килтермәһен тиһәгеҙ, тәбиғәттә, өй эргәһендә шешлек ҡыҙҙырғанда, баҡса сүп-сарын үртәгәндә иғтибарлы булығыҙ, яңғыҙ йәшәгән туғандарығыҙҙың хәлен белешергә онотмағыҙ. Байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ, файҙалы һәм имән итеп үткәрергә яҙһын барығыҙға ла.