29.04.2019 Янғындар ҙа, ҡорбандары ла күбәйә
Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала Башҡортостанда 889 янғын сыҡҡан. Һәләк булыусылар һаны - ете.
Утта 14 кеше төрлө дәрәжәлә тәнен бешергән, 46 кешене ҡотҡарғандар.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ҙур янғындарҙың береһе 26 апрелдә Кушнаренко районында теркәлгән. Ут сығыу сәбәбе - ҡоро үлән яныу.
Янғын биш гектар майҙанды ялмап алған, ҡырҙан баҡсасылыҡ берлеге биләмәһенә тоҡанған. 300 кв.м майҙанда урынлашҡан ҡоролмалар зыян күргән.
17 урында урманда ут сыҡҡан. Янған ер 100 гектарҙан ашҡан.
Иғтибарлы булығыҙ! Йылы миҙгелдә янғын уғата ҡурҡыныс. Етмәһә, ошо арала көн торошоноң боҙолоуын да күҙәтәбеҙ. Йәшен утынан Ауырғазы районында бер йорт янған.