07.02.2011 Күбәләктәр елп-елп оса
Тере сәскәләр осоп йөрөгән сихри баҡсала төрлө төҫтәр менән ем-ем итеп балҡыған күбәләктәргә һоҡланып йөрөгән бер мәлде иңенә ошо сәскәләрҙең берәүһе килеп ҡунһа, мотлаҡ теләк теләп ҡал. Африка ҡәбиләлереенең береһендә ошо мәлдә теләнгән теләк ҡабул була тигән ышаныс йәшәй. ҡышын ниндәй күбәләктәр, тип аптырамағыҙ. "Феерия" күбәләктәр баҡсаһында 15 февралдә Африка, Көньяҡ Америка, Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан килтерелгән тере күбәләктәр экспозицияһы асыласаҡ . Күбәләктәрҙе яҡындан күҙәтергә, улар менән фотоға төшөргә мөмкин. Тропик күбәләктәре кешегә ылығып барыусандар, шуға ла сәстәрегеҙгә, ҡулығыҙға килеп ҡунһалар ҙа аптырамағыҙ, ә сәбәләнмәй генә матурлыҡҡа һоҡланығыҙ. Экспозицияға атай-әсәйһеҙ ҡалған балалар бушлай инә ала.