28.04.2019 Аҡсаң булһа бер муҡса – тауыш та була ул
Аҡсаң, бәйләнештәрең, бай туған-тыумасаң, ҡалын муҡсалы яҡлаусыларың булһа, тауышың, талантың юҡлығы беленмәй ҙә инде – сәхнәне һатаһың да алаһың...
Быйылғы “Тауыш. Балалар” конкурсы социаль селтәрҙәрҙә оло ғауға ҡуптарҙы. Ижади бәйгенең финалында туғыҙ бала ҡатнашты. Еңеүсе тип йырсы Алһыу менән банкир Ян Абрамовтың ҡыҙы, “Лукойл”дың элекке топ-менеджеры Рәлиф Сафиндың ейәнсәре Микелла Абрамова танылды. Уның өсөн 56,5% тамашасылар тауыш бирҙе. Әммә халыҡ бының менән ризалашмай, ғауға күтәрҙе. “Аҡсалары булғас, махсус рәүештә тауыштарҙы өҫтәнеләр!”, “Бөтә илде һаңғырау, тип уйлайҙармы әллә?!”, “Рәсәйҙә бөтә нәмә һатыламы?” тигән яҙмалар интернетты тултырҙы. Алһыу үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһен өлөшләтә ябып ҡуйырға мәжбүр булды – асыуланған кешеләр хәҙер унда комментарийҙар яҙа алмай.
Беренсе каналдың хеҙмәткәрҙәре финалдың һөҙөмтәләрен ҡабаттан тикшерергә ултырған, тиҙәр.
Ябай халыҡ ҡына түгел, Максим Галкин, Валерий Меладзе, Стас Садальский һымаҡ артистар ҙа музыкаль шоуҙың һөҙөмтәләренә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе.