28.04.2019 Ир-егеттәр, йәшәгеҙ әле!
Рәсәй ир-егеттәренең ғүмере ҡатын-ҡыҙҙыҡына ҡарағанда уртаса ун йылға ҡыҫҡараҡ.
Тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре көслө затты яҡты донъянан иртә алып китә.
Европа илдәре араһында беҙ был йәһәттән алдынғылар рәтендә.
Был мәғлүмәттәр Иҡтисади сәйәсәт институтының “Рәсәйҙә иҡтисади хәл-торошто күҙәтеү”енең апрель һанында баҫылған. 2018 йылда дөйөм үлем һанының кәмеүе ҡатын-ҡыҙ иҫәбенә генә булған. Ирҙәрҙең иртә вафаты гүзәл затты яңғыҙлыҡҡа, ярлылыҡҡа дусар итә (парлылар яңғыҙҙарға ҡарағанда етешерәк тормошта йәшәй, һирәгерәк ауырый).
Онкосирҙәргә ҡаршы көрәшкә төп баҫымды яһаған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (проекттың 56 % средстволары ошоға йүнәлтелгән) әлеге хәлендә ир менән ҡатындарҙың ғүмер оҙонлоғо айырмаһына әллә ни ҙур йоғонто яһай алмай. Уға етди үҙгәртеүҙәр индереү талап ителә. Сөнки күңелһеҙ статистикала үлем сәбәптәренең 46-55 % тәшкил иткән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре лидер булып ҡала, юл-транспорт ваҡиғалары ла үҙ өлөшөн индерә- 10% , үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла - 13% - күреүегеҙсә, күп (онкосирҙәр 15-16 %).
Ир-егеттәрҙе хәлебеҙҙән килгәнсә һаҡлайыҡ әле. Улар зарланырға яратмай, йөрәктәре туҙғансы ҡайғы-хәсрәтен эскә йома, тәмәке тартып, алкоголь эсемлектәр менән ағыуланып, булған ғына һаулыҡтарын юҡҡа сығара. Беҙҙе ҡартайған көндө яңғыҙ ҡалдырабыҙ, тип уйлап та бирмәй. Шуға ла икеләтә иғтибар, һөйөү менән сорнап, үҙебеҙ уларҙы ҡайғыртмаһаҡ инде...