26.04.2019 Теләгән ваҡытта, теләгән көндә тикшерел
Рәсәйҙә профилактик медицина тикшеренеүҙәре һәм диспансерлаштырыу үтеү тәртибе үҙгәрҙе.
Был хаҡта илдең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова хәбәр итә.
Министр белдереүенсә, яңы ҡағиҙәләр буйынса хәҙер 18 йәштән алып профосмотрҙар йыл һайын үткәрелергә тейеш. Ә 40 йәштән һуң кеше һәр йыл диспансерлаштырыу үтә ала.
Был тикшереүҙәр кешегә уңайһыҙлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. Йәғни табиптарға кисен дә, ял көндәре лә килергә мөмкин.