RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш» ағастары ултыртыла

29.04.2019 «Юлдаш» ағастары ултыртыла

Тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереү, йәмлән­дереү маҡсатында ағас ултыртыу кеүек сауаплы эште «Юлдаш» радиоһы коллективы йыл да башҡарып килә.

Беҙҙең коллектив ағас ултыртыу сараһын һуңғы өс йылда 9 май алдынан махсус акция формаһында үткәрә. 2015 йылда Иглин районының Меңйетәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙарға һәм ветерандарға арналған обелисктың тирә-яғына алмағастар ултыртылды. 2016 йылда “Юлдаш” радиоканалы “Бер кем дә онотолмаған” тип аталған оло акция ойошторҙо. Уның барышында радио хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың туғандары Орел өлкәһенә барып ҡайтты. Акция ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған тиҫтәләгән яугирҙың исемдәре асыҡланып, уларҙың Орел ерендә ҡәберлектәре билдәләнде. Яҡындары ошо ҡәберлектәр эргәһенә радио хеҙмәткәрҙәре менән бергә Башҡортостандан килтерелгән ылыҫлы ағастар ултыртты, күркәм аллеяға нигеҙ һалынды. Был ҡәберлектәрҙе тәрбиәләүсе урындағы халыҡҡа рәхмәт йөҙөнән матур концерт ҡуйылды.

Ысынлап та, йылдар үтһә лә, ҡәһәрле һуғыш һалған яралар һаман уңалмай. Үҙ иленең тарихын, атай-олатайҙарҙың батырлығын бөгөнгө быуын белеп йәшәргә тейеш. Тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, былтыр ҙа “Юлдаш” радиоһы коллективы Бөйөк Еңеү алдынан “Еңеү алмағастары” ултыртты. Был акция Архангел районының Максим Горький ауылында урынлашҡан “Шәфҡәтлелек” исемле ҡарттар һәм инвалидтар йорто биләмәһендә үткәрелде һәм тотош бер оло емеш баҡсаһына нигеҙ һалынды.

Йортта 120-нән ашыу кеше йәшәй. Улар араһында тыл хеҙмәтсәндәре, бала сағын һуғыш урлаған замандаштарыбыҙ байтаҡ. Хәҙер уларҙың йыл да яҙын алмағастар сәскәһенә ҡыуанып, көҙҙө уларҙың емештәрен тәмләп үткәрәсәгенә иманыбыҙ камил. Әйт­кәндәй, был изге эшкә ҡушылыусылар хаҡында ла әйтеп үтеү мөһим. Улар – Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тик­шеренеү инсти­тутының Кушнаренко емеш-еләк культуралары һәм виноград буйынса селекция үҙәге һәм Борай районының емеш ағастары үҫентеләре менән шөғөлләнеүсе “Алмағас” фермер хужалығы башлығы Ғәлиә Муллаян ҡыҙы Мөғәллимова.

Быйыл да беҙҙең коллектив ағас ултыр­тыуҙан ситтә ҡалырға йыйынмай. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ағас ултыртыу айлығы иғлан ителде. Ул 20 апрелдән 20 майға тиклем үтә. Республика Хөкүмәтенең ошо турала ҡарары ла донъя күрҙе. Республика буйынса ағас ултыртыуҙың берҙәм көнө тип 27 апрель билдәләнде. Был көн “Ағас ултырт – тормош бүләк ит!” тигән исем аҫтында үтә. Экологик өмәлә беҙҙең коллектив Шишмә урмансылығы участкаһында ҡарағай ағастары ултыртасаҡ. Шишмәләге “Юлдаш” ҡарағайҙары ла гөрләп үҫер, халыҡсан радионы тыңлаусылары менән бәйләр бер матур күренеш булыр. Сараны «Бәйләнештә» сәхифәһендәге «Юлдаш» төркөмөндә күҙәтеп бара алаһығыҙ.




Автор: А. Нуриев
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне