25.04.2019 Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы орган
Йәш дуҫ, һиңә 18 тулдымы, 30 йәшкә етмәнеңме әле? Бик әүҙем һәм аҡыллы булһаң, сәйәсәтте үҙ итһәң, Йәштәр хөкүмәтенә эшкә бар.
Республика Хөкүмәтендә, кәңәшмә һәм консультатив орган булараҡ, Йәштәр хөкүмәте барлыҡҡа килә.
Уның рәйесе, урынбаҫары, ағзалары ике йылға бер һайланасаҡ.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына кандидатуралар һайлап алыу буйынса конкурс үткәрергә ҡушылған. Үрҙә телгә алынғанса, Йәштәр хөкүмәтендә 18 – 30 йәшлектәр эшләйәсәк.
Был орган нимәгә кәрәкме? Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау, әүҙем егет һәм ҡыҙҙарҙы сәйәси һәм иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә йәлеп итеү, власть структураларына кадрҙар әҙерләү өсөн.
Һм, шәп! ...Әлеге мәлдә бармаҡтарымды бөкләп, шул хөкүмәткә барырлыҡ башҡорт йәштәрен һанарға тырышып ултырыуым. Ау-у, конкурста ҡатнашығыҙ!