24.04.2019 Ким Чен Ындан ҡурҡмайынса интервью алған
Бөгөн тәүге тапҡыр Рәсәйгә Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ын килде. Ул илебеҙ буйлап тимер юлдан бронялы поезд менән сәйәхәт итәсәк.
Владивосток ҡалаһының тимер юл вокзалында Ким Чен Ын менән тәүге интервьюны беҙҙең яҡташыбыҙ - Павел Зарубин яһаны. Ул Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән, хеҙмәт юлын "Белорецкий рабочий" гәзитендә башлаған. Урал дәүләт университетын тамамлағас, Екатеринбург телеканалдарында эшләгән, аҙаҡ мәскәүгә саҡырыу алған. Әле Павел Зарубин "Москва. Кремль. Путин" программаһын алып бара.
Яҡташыбыҙ донъя һәм Рәсәй журналистарынан өлгөр булып сыҡты. Ким Чен Ын уға Рәсәй буйлап сәйәхәт башы йылы тәҫъораттар ҡалдырҙы тип әйткән.
- Мин Рәсәйгә беҙҙең халыҡтың йылы тойғоһо менән килдем, - тип белдерҙе юғары дәрәжәле ҡунаҡ. - Сәфәрем уңышлы һәм файҙалы булыр тип ышанам. Хөрмәтле президент Путин менн Корея ярымутрауындағы хәлдәр һәм беҙҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса һорауҙарҙы ҡараясаҡбыҙ.
Павел Зарубин Ким Чен Ын менән яһаған интервьюны 28 апрелдә, йәкшәмбелә төнгө сәғәт 10-да "Россия 1" телеканалында "Москва. Кремль. Путин" ҡарағыҙ.