23.04.2019 Өлфәт Мостафиндың кемгә һүгенгәне билдәле булды
Бөгөн Өфө хакимиәтендә уҙған ултырышта мэр яңылыш һүгенеп ебәргән икән. Өлфәт Мостафин, оперативканы тамамлаған мәлдә, ҡағыҙына ҡарап үҙ алдына: “... , быны кем яҙған?” тип әйтеп һалған. Фраза һүндерелмәгән микрофон арҡаһында барыһына ла ишетелгән. Мэрҙың цензураһыҙ һөйләшеүенә берәүҙәр көлдө, икенселәр аңлап ҡабул итте, ә өсөнсөләр: “Әр кемгә адресланған булды икән?”, — тип баш ватты. Текст төҙөү өсөн мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһенә яуаплы була.
Ә Өлфәт Мансур улы үҙе был ҡылығынан ныҡ оялған, ти.