23.04.2019 Һаулығығыҙҙы тикшертеп ҡалығыҙ!
Башҡортостанда «Сәләмәт республика» акцияһы башланды: төбәктең төрлө мөйөштәренә күсмә Һаулыҡ үҙәктәре юлланды. Уға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, республика клиник дауаханаһының һәм кардиоүҙәктең күсмә диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән. Акция 10 октябргәсә дауам итәсәк.
Апрелдә сәләмәтлек автопоездары Ҡырмыҫҡалы (26 апрель — Һәүәләй, 27-28 апрель — Ҡабаҡ, 29-30 апрель — Прибельский), Архангелдә (22-24 — район үҙәге, 25-26 — Максим Горький, 28-30 — Баҡалды), Благовещен (22-23 — Ильино-Поляна, 24-25 — Новонадеждино, 26-27 — Бедеева Поляна, 28 — Удельно-Дыуанай, 29-30 — Николаевка), Шишмә (22-24 — Әлкә-2, 25-26 — Шиңгәккүл, 27-28 — Дурас, 29-30 — Иҫке Муса), Салауат райондарында (22-25 — Малаяҙ, 26-28 — Нәсибаш) эшләйәсәк. Табиптар ауылдарығыҙға килгәндә сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеп ҡалығыҙ!