22.04.2019 Нефтекама түрәләре 1 миллион һум аҡса урлаған
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев "Инстаграм"дағы сәхифәһендә ришәүәт осрағы тураһында яҙған.
- Бер ай элек мин Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәй башланым, - тигән ул унда. - Мине ришәүәтселек һорауы ныҡ борсой. Бюджет аҡсаһының ошо юл менән тәләфләнеүе тәү сиратта йәмғиәт алдында енәйәт булып тора. Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡ урындағы хакимиәт структураһында ла теркәлде. Хоҡуҡ һаҡлаусылар менән бергә тикшереүҙән һуң физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитета 1 миллион һумдан ашыу аҡсаның эҙһеҙ юғалыуы асыҡланды. Быға ҡарата енәйәт эше асылды, тикшереүҙәр бара.
Ҡала хакимиәте тарафынан спорт тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән аҡса айырым кешеләрҙең кәҫеһәне төшөп ятҡан. Бындай факттарға артабан юл ҡуйылмаҫҡа тейеш, мин үҙем дә был йәһәттән Нефтекамала ришәүәтселеккә ҡаршы көрәшәсәкмен.
Ратмир Рәфил улы ҡала халҡына ришәүәт төртөү осраҡтары тураһында әйтергә ҡушты.