21.04.2019 Бьорндален – эскесе?..
Донъяның данлыҡлы биатлонсыһы, һигеҙ тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Уле-Эйнар Бьорндален йәш сағында эскелек менән мауыҡҡанын белдергән.
Атаһы заманында көмөшкә ҡойған була. Һәм ул 12 йәшендә, ата-әсәһенән йәшереп, эсемлекте ауыҙ итеп ҡарай. Тора-бара уға өйрәнеп китеп, тәмәке лә тарта башлай. Тик оҙаҡҡа һуҙмай, насар ғәҙәттән ҡотола һалып, спорт менән шөғөлләнергә тотона. Һәм һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп-белеп тораһығыҙ. Олимпия «алтын»дарынан тыш, 20 тапҡыр донъя чемпионы ла була. Уҙған миҙгелдә яратҡан шөғөлөнән китә.