19.04.2019 Башҡортса һөйләшеү бөгөн модаламы?
Был хәл Өфө ҡалаһының Галле округындағы "Макдоналдс"та булған.
Видеояҙмала күренеүенсә, егет "Макавто" тәҙрәһе аша гамбургер-маҙар һатып алырға башҡортса заказ бирә, ләкин уны аңламайҙар.
Егет Башҡортостанда йәшәп, үҙемә ашарға ала алмайыммы тип аптырай. Кассалағы ҡыҙ уны егеттең русса ла һөйләшкәнен аңғарып, "говорите на нормальном языке" ти.
Видеоны "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ.