19.04.2019 Яңауылдар Радий Хәбировтан нимә һорай?
Яңауыл районының Киҫәк – Ҡайын ауылы кешеләре ауыр хәлдә тороп ҡалған. Улар өсөн төп эш урыны булған эре “Яңауыл” теплица предприятиеһы ябылыу өҫтөндә.
Теплица комбинаты 2018 йылдың сентябрендә республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Тик нимә булғандыр, ә быйыл предприятиены бөтөнләй икенсе яҙмыш көтә.
Өмөтһөҙлөккө батҡан ауыл халҡы Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбировҡа видеомөрәжәғәт яҙҙырған. “Һеҙҙән башҡа бер кемдән дә ярҙам көтә алмайбыҙ. Был предприятие ауылыбыҙ тормошоноң үҙәге. Уның ябылыуы тирә-йүндәге ауылдарҙың юҡҡа сығыуына килтерәсәк. Артабан нисек йәшәргә – билдәһеҙ”, — тип өндәшә халыҡ.