RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ишембайҙа балалы ҡатындың "юғалыуын" полиция ойошторған

19.04.2019 Ишембайҙа балалы ҡатындың "юғалыуын" полиция ойошторған

Был махсус операция булған - сөнки уны һөйәренең ҡатыны үлтерергә теләгән.

Күптән түгел Ишембайҙа бер ҡатындың йәш ярымлыҡ балаһы менән юғалыуы хаҡында хәбәр булғайны, иҫегеҙҙәлер. Баҡһаң, был полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған махсус операцияның бер өлөшө булған икән. Бер-нисә көн элек юғалыусылар имен-һау табылды.
Ә кисә көндәше һәм уның сабыйын үлтерергә теләгән ҡатындың ҡулға алыныуы тураһында мәғлүм булды - спецоперация яҡшы тамамланды. Заказсыны ышандырыр өсөн ҡатын менән баланың "юғалыуын" полиция хеҙмәткәрҙәре ойошторған.


Иренең хыянатын бер йыл элек белгән 56 йәшлек ҡатын, Салауат ҡалаһынан бер әхирәтенә “яраҡлы” кеше эҙләйем, тип серен сискән. Ә тегеһе тотҡан да улына һөйләгән, уныһы ярай ҙа полицияға мөрәжәғәт иткән. Артабан, полицияның планы буйынса, был ир киллер булырға ризалашҡан һәм “ҡалым” хаҡы 250 мең һум тип билдәләгән.

Күрә алмаған көндәше менән иренән тыуған баланы юғалған тип, бөтә мир менән эҙләй башлағас,үҙенсә еңел һулағандыр бисә. Әллә үкенде микән? Ай-һай, бер йыл буйына енәйәт планлаштырып йөрөгән кешенән нимә өмөт итергә...
Аҡса бирергә үҙе түгел, һеңлеһен ебәреүҙе лә алдан уйлап ҡуйған бит. Ә “гонорар” артынан “киллер”ҙың әсәһенә килергә тигән фарман биргән. Әллә детективтарҙы күп ҡараған, әллә башҡаһы.
Ир бирмәк – йән бирмәк, ти ҙә ул халыҡ мәҡәле, тик ике кешенең йәнен ҡыйыу түгел инде.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА.
Фото: newsbash.ru






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне