18.04.2019 Айғырға – 411 һум 60 тин
Ни бары 3 сәғәт тә 40 минут. Ышаныслы. Уңайлы. Арзан.
1 майҙан алып, ял көндәрендә Өфө – Белорет, Белорет – Өфө йүнәлеше буйынса ҡала-ара поезд йөрөй башлай. Ул туристарҙы Айғырға тиклем алып бара.
Өфөнән 06:56-ла ҡуҙғалып китә лә Айғыр станцияһына 10:35 сәғәттә барып та етә. Белоретҡа иһә 12:03 сәғәттә килеп туҡтай.
Туҡталыштар шунда: Правая Белая, Дим, Өршәк, Ҡарлыман, Асы, Инйәр, 128-се, 148-се километрҙар, Юша, 169-сы километр, Оло йылға, Сермән, 193-сө, 199-сы километр туҡталыштары.
Белореттан поезд 16:01 сәғәттә ҡуҙғала, Айғырҙа 17:26-ла була, баш ҡалаға 21:15-тә килеп етә.
Әйтеүҙәренсә, рельс автобустары 194 пассажирҙы һыйҙыра. Биобәҙрәфе, сымһыҙ интернеты, уңайлы ултырғыстары, спорт әйберҙәре өсөн стеллаждары бар.
Билетты поезда, кассаларҙа, терминалдарҙа, “Пригород” мобиль ҡушымтаһы аша алырға мөмкин. Ташламалар ҡаралған.