17.04.2019 Әҙерәк өшөгөҙ әле...
Һыуытты. Ә һеҙ нисек уйлағайнығыҙ? Тиҙ генә йылытыр ҙа, ағастар тиҙ генә япраҡ ярыр, шунан йәшеллек уратыуында, йылы ҡояш аҫтында рәхәтләнеп кенә йәшәрбеҙ тигәйнегеҙме? Көтмәгеҙ.
Бөгөн баш ҡалала температура +1,+3-тән дә өҫкә менмәйәсәк. Иртәгә са-ааҡ ҡына йылытыр. Синоптиктар әйтеүенсә, +5, +10 тирәһе булыр, моғайын. Яуым-төшөм борсомаҫ. Йәкшәмбелә +15-кә етер.
Бына дүшәмбе ҡыуандырасаҡ. Шуға тиклем йылы кейенеңкерәп йөрөгөҙ.