16.04.2019 Башҡорт теленең милли корпусы булдырылды
Интернетта Башҡорт теленең милли корпусы эшләй башланы. Был — компьютер лингвистикаһы белгестәренең һәм «Башҡорт проекттары» берләшмәһе әүҙемселәренең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Корпус башҡорт һүҙ формаһына морфологик анализ яһарға һәләтле махсус компьютер программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Программаны яҡташыбыҙ, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының Лингвистика мәктәбе доценты Борис Орехов төҙөгән.
«Башҡорт теле күптән үҙ корпусына мохтаж ине. Ул телебеҙҙең заманса һанлы тормошоноң мөһим өлөшө булып тора, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, стилистик һәм грамматик белешмәһе булып хеҙмәт итә, уҡытыуҙа һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙә ярҙамға килә, шулай уҡ яһалма интеллекттың башҡорт телен аңлаған ҡатмарлы системаларын әҙерләү өсөн нигеҙ булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта башҡорт теле корпусында 20 миллиондан ашыу һүҙ ҡулланылышы бар, был 180-гә яҡын ҡағыҙ китап томына тиң. Корпусҡа художестволы әҫәрҙәр, закондар, гәзит-журнал мәҡәләләре, Википедияның башҡортса бүлегендәге ҡайһы бер мәҡәләләр индерелгән. Сайттың интерфейсы һәр кешегә үҙенең тел интуицияһын, теге йәки был башҡорт һүҙен дөрөҫ ҡулланамы, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға мөмкинлек бирә. Корпус менән файҙаланыуҙың ябай инструкцияһы бар.
Бер кеше йыл дауамында уның бөтә йөкмәткеһен уҡып сыҡмаһа ла, хәҙерге үлсәмдәр буйынса ул ҙур түгел тип иҫәпләнә. Уның күләм һәм сифат яғынан да үҫеүе мөһим. Башҡорт телен үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм ойошмалар беҙгә корпусты яҡшыртырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ», — тип белдерҙе Башҡорт теленең милли корпусын әҙерләүсе Борис Орехов.