16.04.2019 Прививка яһатмаған баланы мәктәпкә индермәйәсәктәр?
РФ Мәғариф министрлығы ҡурҡыныс инфекцияларҙан вакцинация уҙмаған балаларҙың мәктәпкә йөрөүен сикләргә тәҡдим итте.
Вакцинацияланмаған бала үҙе менән сир йөрөтөүе бар, ә был инде сәләмәт балаларҙың конституцион хоҡуғын боҙа.
Манту прививкаһынан баш тартыусы ата-әсәләр балаһын дистанцион йәки өйҙә уҡыта ала.
Был яңылыҡ илдә ныҡ таралған туберкулез сиренә ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк, ти Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре.