15.04.2019 Примадонна 70 йәшендә лә йырлай!
Ил президентты Владимир Путин СССР-ҙың халыҡ артисы Алла Пугачеваны юбилейы менән ҡотланы. Бөгөн легендар йырсыға бөгөн 70 йәш тулды!
Бөгөнгә йырсы ҡотлауҙар ҡабыл итә. Ә 17 апрель көнө Кремель һарайында примадонна ҙур юбилей концерты менән сығыш яһай. "Миллион алых роз", "Женщина которая поет", "Маэстро", "Айсберг"- ошо мәңгелек хиттарҙан башҡа өр-яңы йырҙар яңғыраясаҡ. Йырсы үҙенең был концертына ике йыл репертуар туплаған. Тамашала шулай уҡ Алла Пугачеваның күп һанлы туғандары: элекке һәм хәҙергә ире, ҡыҙы, ейәне, элекке кейәүе, элекке кейәүенең хәҙерге ҡатыны, ейәненең йөрөгән ҡыҙы һәм уныү атаһы ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасылар йырсының биш йәшлек игеҙәк балалары Гарри менән Лизаның сығыштарын да көтә. Әммә йырсы был турала аныҡ ҡына иғлан яһамаған.
Алла Пугачева ярты быуат аралыҡта Рәсәй эстрадаһының күрһәткесе, маяғы булып тора. 50 йыл эсендә ул 100 аудиоальбом (дөйөм тиражы 250 миллион) туплаған.