15.04.2019 Темәстә – янғын һүндереү депоһы
“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, күптән түгел Баймаҡ районының Темәс ауылында янғын һүндереү депоһы асылды.
Ул заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән. Бүлек командиры Бикйән Камалетдинов әйтеүенсә, коллективта 15 кеше эшләй. Янғын һүндереү өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар, шулай уҡ алты һәм һигеҙ кубометр һыу һыйҙырышлы ике автомашина алынған.
“Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр райондың Темәс һәм Билал ауыл биләмәләре өсөн яуаплы, – ти Бикйән Таңатар улы. – Темәс зонаһы ҙурлығы һәм күпселек өлөшөн урман тәшкил итеүе буйынса районда тәүге урынды биләй. Урман сәнәғәте ныҡлы үҫешкән, шуға күрә янғын сығыу хәүефе көслө.
Беҙгә ҡараған иң төпкөлдәге Ишей ауылы Темәстән 38 саҡрымда ята. Билал биләмәһендәге Баймырҙа менән Күгиҙел дә яҡын түгел. Бындай осраҡтарҙа ҡеүәтле яңы техникаларға күҙ төбәйбеҙ.
Янғын һүндереү депоһында хеҙмәткәрҙәр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Шулай ҙа иң ҙур теләгебеҙ билдәле – янғындар булмаһын”.
Башҡортостандың 100 йыллығы мәлендә Темәс халҡына ҙур бүләк булған янғын һүндереү депоһы кешеләргә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тигән ышаныста ҡалайыҡ.