12.04.2019 Балыҡсы, “ҡарп” итеп ҡалһын ҡолағың
Башҡортостан депутаттары балыҡ тоторға яратыусыларға ҡағылышлы бик мөһим закон проектын уҡый.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында “Балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индереү ҡарала.
Закон проекты, беренсенән, дөйөм ҡулланылыштағы һыу ятҡылыҡтарында һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа ирек ҡуйылыуы һәм бушлай хоҡуҡ булыуын иҫәпкә алһа, икенсенән, балыҡ тотоуға сикләүҙәрҙе, тыйылған алымдарҙы, ҡоралдарҙы билдәләй.
Документ браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән. Беләһегеҙ, ҡайһы берәүҙәр балыҡты артыҡ ҡомһоҙланып тота.
Башҡортостан парламенты етәксеһе Константин Толкачев әйтеүенсә, һәүәҫкәр балыҡсылар шартлатҡыс, химик матдәләр, электр тогы, акваланг, балыҡты билдәләүсе электрон саралар, йылым (ау, сеть) ҡулланырға тейеш түгел.
Беҙҙең һыуҙарҙағы балыҡты һаҡларға кәрәк ул, ысынлап та. Сөнки үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, күршеләрҙән дә килеп тоталар.