12.04.2019 Бесәйегеҙ ошо хәлгә ҡалмаһын тиһәгеҙ
... прививка эшләтегеҙ.
Башҡортостанда йәшәүселәр йорт хайуандарына ҡотороу сиренән бушлай прививка эшләтә ала.
Һәр шаршамбы һәм шәмбе район-ҡалаларҙың дәүләт ветеринария хеҙмәттәрендә хайуандарға бушлай прививка яһала. Бындай программа тәүге тапҡыр эшләй.
Бынан тыш, республиканың баш ветеринар инспекторы Азат Йыһаншин малдарға чип ҡуйырға тәҡдим итте. Малдарға, эт-бесәйҙәргә, бал ҡорттарына, балыҡтарға, йорт ҡуяндарына, ҡош-ҡортҡа уникаль номерҙар биреләсәк. Улар ике вариантта: ҡолаҡҡа беркетелгән тамға йәки тире аҫтына индерелгән дөгө ярмаһы кеүек чип. Тамға - 20 һум, чип 100 һум тора. Был малдың, йорт хайуандарының прививкаһы бармы, юҡмы һәм хужаһының кем икәнен белеү өсөн кәрәк.