12.04.2019 Республиканың төпкөл райондарында сүп-сарҙы заманса машиналар ташыясаҡ
«Эко-Сити» төбәк операторы күп һыйҙырышлы кузовлы алты яңы ҡый сығарыу машинаһы һатып алды. Уларҙың хаҡы 60 миллион һумдан ашып китә.
Өс автомобиль март айынан бирле биш районда эшләй - бығаса уларҙа сүп-сар үҙәкләштереп сығарылмаған. Кузовтары 18 һәм 20 кубометр күләмле ике КамАЗ Хәйбуллала, Әбйәлилдә эшләй. IVECO машинаһы Күгәрсенде, Ейәнсураны, Йылайырҙы хеҙмәтләндерә. Яңы техника март айында 136 мең кеше йәшәгән 386 торак пунктта сүп-сар сығара алған.
15 апрелдә Федоровка, белорет райондарына тағы ла өс берәмек КамАЗ һәм IVECO ебәреләсәк. Әйткәндәй улар Бөрйән һәм Стәрлетамаҡ райондарында субботниктарҙан һуң ҡалған сүп-сарҙы ташыясаҡ.
«Эко-Сити» төбәк операторы 2019 йылдың 1 ғинуарынан эш башланы. Ул 4 ҡала округы һәм 18 район урынлашҡан республикалағы иң ҙур майҙанды хеҙмәтләндерә.