12.04.2019 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы киҫәтә: сүп-сар, үлән һәм усаҡ яҡмағыҙ!
Йыл башынан Башҡортостанда 1928 янғын булған, уларҙа 99 кешенең ғүмере өҙөлгән, 78-е төрлө йәрәхәттәр алған. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, янғындар һаны 3,36% кәмегән (1995 ут сығыу осрағы), әммә һәләк булыусылар — 16,5% (85 кеше), йәрәхәтләнеүселәр 1,3% (77 кеше) артҡан.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала көндәрҙең ҡоро тороуына бәйле үлән яныу осраҡтары күбәйгән. 107 мәртәбә ҡоро үләнгә ут тоҡанған, шуның 19-ы бер тәүлек эсендә, 9 апрелдә, булған. Янғындың дөйөм майҙаны 130,97 гектар тәшкил иткән. Ошо факттар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 31 протокол төҙөлгән, шуларҙың 19-ы — граждандарға, 12-һе — вазифалы кешеләргә ҡарата. 11 осраҡ буйынса административ хоҡуҡ боҙоу һәм административ тикшереү үткәреү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу хаҡында ҡарар сығарылған.
«Апрелдең һуңғы көндәрендә генә республикала ҡоро үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән. Янғындың дөйөм майҙаны 1 миллион 300 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән, — тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов. — Урман янғындарының төп сәбәбе — кеше. Кешеләр үләндәрҙе яндыра, тәмәке төпсөктәрен ташлап китә, усаҡтарҙы тулыһынса һүндермәй. Шунан урман янғындары башлай, йәнлектәр һәләк була, тотош ауылдар янып бөтә, тынды ҡыҫа торған төтөн менән торф сығанаҡтары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда йәшәүселәргә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән, усаҡ яҡмаҫҡа кәңәш итәм. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған».
Әйткәндәй, 10 апрелдә Архангель районының Князево ауылында янғын сыҡҡан.
Бер кеше мискәлә сүп-сар яндырған - һөҙөмтәлә өс йорт янындағы ҡыу үләнгә ут тоҡанған. Янғын артабан кәртә-ҡураға күскән. Ярай, ут һүндереүселәр йорттарҙы аралап ҡалған.
Янғын майҙаны 1 гектар тәшкил иткән.