10.04.2019 Мөнир Ҡунафиндың китабы сыҡты
З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, танылған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың рус телендә "Под устаревшим солнцем" исемле китабын сығарҙы.
Унда әҙиптең тәржемәләнгән республика һәм Рәсәй кимәлендә төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған повестәр һәм хикәйәләр тупланған. Улар бөгөнгө заман кешеһен уйландырыр, моңға һалыр, тәү уҡыуҙан ғына аңлашылмаҫ, аҙаҡтан ғына бар асылы менән аңға үтеп инер.
"Под устаревшим солнцем" исемле китап нәшриәттең сауҙа нөктәләрендә һатыуға ҡуйылған.