10.04.2019 "Права"ға имтихан алыу үҙгәрәсәк
Дәүләт автоинспекцияһы имтихандарҙың теория өлөшөнә яңылыҡ индерергә уйлай. Үҙгәреш юлдарҙа экстремаль хәлдәргә ҡағыласаҡ. Рәсәй ЮХХДИ начальнигы урынбаҫары Николай Шеюхин әйтеүенсә, буласаҡ водителдәргә бындай һорауҙар авария булдырмаҫ өсөн файҙалы.
Рәсәйҙә имтихан һорауҙары оҙаҡ йылдар эшкәртелгәне юҡ. Күптәрҙең имтиханға теория буйынса яуаптарҙы ятлап әҙерләнеүе сер түгел. Халыҡ-ара тәжрибәгә ҡарағанда, сит илдәрҙә юл ҡағиҙәһен яҡшы белеү түгел, ә киҫкен осраҡтарҙа водителдең авария булдырмау оҫталығы баһалана. Башҡа илдәрҙә буласаҡ водителдәрҙе тап ошо хаҡта фекер йөрөтөргә өйрәтәләр.
Шулай уҡ билеттарға һаулыҡ һаҡлау һәм психология буйынса һорауҙар индереүҙәре бар. Имтихандың төп нигеҙе юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт итеү буласаҡ.