09.04.2019 Ауыл-ерҙе төҙөкләндереүгә - ярты миллион һум!
«Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән ауыл биләмәһе ошо күләмдә матди ярҙам аласаҡ. Был турала бөгөн Асҡын ҡоролтайы ултырышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе.
Бынан тыш, 2-се урынға – 250 мең, 3-сө урынға 150 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған.
Конкурста әүҙем ҡатнашып, финалға еткән 10 ауыл биләмәһенә 30-ар мең һум тапшырыласаҡ. Ойоштороу комитеты район, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, әүҙем йәмәғәтселәр иҫәбенән 20 активисҡа ла тос бүләк әҙерләй.
Ҡатнашыу өсөн заявканы 12 майға тиклем 3472463259@mail.ru электрон ҡумтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ Ҡоролтайҙың сайтында яҙылған.