09.04.2019 Машинаңды газонда ҡалдырма! Юғиһә штраф!
Бөгөн Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына өҫтәмәләр индерҙе.
Яңылыҡ автомобилселәргә ҡағыла. Хәҙер газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында "тимер ат"ты ҡалдырып китеү тыйыласаҡ.
Иғтибар! Яңы закон биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә үҙҙәренең ҡағиҙәләрен раҫлаған һәм газон нимә икәнен аңлатҡан ҡалаларҙа һәм райондарҙа ғәмәлдә буласаҡ.
Өфөлә ҡала Советы ҡарарына ярашлы, газон тип тәбиғи йәки махсус сәселгән үлән үҫкән, ағас ултыртыуға һәм парк ҡоролмаларына фон булған, ландшафт композицияһының үҙаллы өлөшө булған үлән япмаһы булып тора.
Был айҙан башлап барлыҡ муниципалитеттарҙа машинаны туҡталҡаға ҡалдырыуҙы тотҡарлау өсөн кәртәлә ҡуйыла башланасаҡ. Сығымдарҙың бер өлөшө республика бюджетынан ҡапланасаҡ.
Газондарҙа туҡталҡа яһаған өсөн:
- граждандарға - 1 меңдән 2 мең һумғаса,
- вазифалы кешеләргә - 5 меңдән 10 меңгәсә,
- юридик шәхестәргә 20 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Ҡабаттан яһалған хоҡуҡ боҙоу өсөн етдирәк яза ҡаралған:
- граждандарға - 3 меңдән 4 мең һумғаса,
- вазифалы кешеләргә - 15 меңдән 20 меңгәсә,
- юридик шәхестәргә 35 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Штраф түләүҙән килгән аҡса өҫтәмә туҡталҡа урындарын ҡороуҙа, кәртәләр ҡуйыуға тотоноласаҡ.