09.04.2019 Телефон төрмәгә барып етмәгән
Төрмәләр, колониялар сәнскеле тимерсыбыҡлы бейек ҡойма ярҙамында кәртәләнә. Эске яҡта "полоса отчуждения" - эҙҙәр күренгән һөрөлгән тупраҡ һыҙаты ҡорола.
Тик һаҡланыу саралары артҡан һайын, хөкөм ителгәндәрҙең ҡаршы тороу һәләттәре лә үҫешә. Элек ҡойма һәм эҙ һыҙаты аша тыйылған әйберҙәрҙе рогатка, һауа шары менән ташлағандар. Хәҙер иһә радио аша идара ителмәле осоу аппараттары ҡулланалар. Ике-өс килограмм йөк күтәрә ала торған квадрокоптер наркотик, телефон кеүек әйберҙәрҙе еңел күтәрә. Ул тәғәйен урынға алып бара һәм кире әйләнеп ҡайта ала.
Ошо көндәрҙә Өфөләге 13-сө колонияға һауа аша телефон тапшыра яҙғандар. Ярай осоп килгән квадрокоптерҙы бина ҡыйығында конвой хеҙмәткәрҙәре тотоп алған. Улар алдан уҡ ошолай алым менән әйбер ебәрәсәктәр тигән мәғлүмәт алған булған.
Осоу аппаратына "Айфон" кәрәҙле телефоны беркетелгән. Идара итеүсе кеше ҡасҡан, полиция уны эҙләй. Был хоҡуҡ боҙоуға штраф түләтеү һәм тыйылған әйберҙе, матдәне йәки аҙыҡ-түлекте тартып алыу ҡаралған.