09.04.2019 Ҡайнар һыу ағымына бешеп үлгән
Санкт-Петербург ҡалаһында коммуналь авария мәлендә бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Төнгө ике тирәһендә көслө ҡайнар һыу ағымы беренсе ҡаттағы фатирҙы баҫып, тәҙрәне ватып урамға аҡҡан.
Һыуҙың урамда хатта “бассейн” яһауы аварияның ҡурҡыныс булыуын һөйләй. Торба шартлаған фатирҙа йәшәүсе пенсионер ҡатын йән биргән, ә уның 30 йәшлек улының аяҡтары бешкән.
Йорт авария хәлендә тип танылған булған, ул бер яҡ ситкә 40 сантиметр ауышҡан.
Петербургта таушалған торбалар проблемаһы киҫкен тора. 2018 йылда ике егет ошоға оҡшаш коммуналь аварияла, кафела, бешеп үлгәйне.