09.04.2019 12-се һылыуҡай билдәле булды
Тиҙҙән «Һылыуҡай-2019» республика матурлыҡ конкурсы үтәсәк. Унда әлегә 11 ҡыҙ ҡатнаша, 12-сеһе әлегә билдәле түгел ине.
7 апрелдә 12-се бәйгесенең исем-шәрифе билдәле булды. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәү Һылыуҡайы-2019» конкурсының финалы уҙҙы.
Гран-приҙы Ырымбур өлкәһенән 20 йәшлек Зилиә Агишева яуланы. Ҡыҙ 2017 йылда «Һылыуҡай»ҙа ҡатнашып, икенсе урын алғайны. Асыҡ кастинг Башҡортостандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 18-25 йәшлек ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
Ә 11 сибәркәй Өфөләге һайлап алыуҙа билдәләнде. Улар араһында Башҡортостандың ете районынан һәм өс ҡалаһынан вәкилдәр бар, баш ҡаланан бер ҡыҙ ҙа юҡ.
Әле «Һылыуҡай-2019» конкурсына әҙерлек тулы кимәлдә бара. Ҡыҙҙар баш ҡала үҙәгендәге заманса отелдәрҙең береһенә урынлашҡан. Алдағы өс аҙнала һылыуҡайҙар гала-тамашаға әҙерләнәсәк. Әле улар стилистар, визажистар менән дәрестәргә йөрөй.
Тиҙҙән тамашасылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында ҡыҙҙар менән таныша алыр. Республикалағы иң күркәм сараларҙың береһенең финалы 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.