08.04.2019 Юғары ҡан баҫымына ҡаршы биш ризыҡ
Беҙҙең халыҡ сир-мир тип зарланырға ярата, ә ана шул сирҙе булдырмаҫҡа бер ҙә тырышып бармай. Бына, мәҫәлән, юғары ҡан баҫымын кәметеү өсөн махсус диета тоторға кәрәк. Диетанан күптәр ҡурҡа. Ас ҡалып ҡуймайым, типме икән? Ә күп тә кәрәкмәй бит.
Белгестәр фекеренсә, әгәр ҙә мәгәр ризыҡта калий күп булһа, организмдағы тоҙҙо баланслай һәм был ҡан баҫымын яйларға булышлыҡ итә. Тоҙ кәрәк, тип самаһыҙ ашап ташламағыҙ тағы. Артыҡ тоҙ ҡандағы натрий күләмен күбәйтә, бөйөргә насар йоғонто яһай. Сәпсим тоҙ ҡулланмаҫҡа ла була. Организмда уны етерлек кимәлдә тотор өсөн, үрҙә әйтелгәнсә, составында калий күп булған аҙыҡ-түлек ҡабул итергә генә кәрәк.
Шулай итеп, биш шәп ризыҡ (эсемлек тә бар): татлы картуф (батат тип атала), банан, томат соусы, тунец, әфлисун һуты. Иң мөһиме, былар менән дә саманан сығып китмәгеҙ.
Ҡан баҫымын нормала тотор өсөн спорт менән шөғөлләнергә һәм ҡыбырларға, ҡыбырларға!