08.04.2019 5 йәшлек ҡыҙын бысаҡ менән сәнскеләгән
Иҫ киткес ҡанһыҙлыҡ кисә Иглин районының бер ауылында булған. Дауаханаға 5 йәшлек ҡыҙҙы килтергәндәр. Медиктар уның тәнендә бысаҡ яралары барлығын асыҡлаған. Кисекмәҫтән тәфтиш-оператив бүлек хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынына юлланған.
Баҡтиһәң, әсә кеше 7, 5 һәм 3 йәшлек балалары менән мунсала йыуынып ултырғанында, 5 йәшлек ҡыҙына арҡаһына һәм күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Аталары балалар ҡысҡырышҡанға килгән һәм ҡатынды айырып ҡалған. Унан һуң ул "ашығыс ярҙам" саҡыртҡан.
Иглин хоҡуҡ һаҡлаусылары 40 йәшлек ҡатынды "айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән бала үлтерергә маташыу" статьяһы буйынса ғәйепләй. Әле ул ҡулға алынған, тейешле тикшереүҙәр бара.