08.04.2019 Кеше ниңә иленән китә?
Был һорауға бер генә төрлө яуап биреп булмай. Беҙ булмаған ерҙә яҡшы, тигән стереотип уйлап сығарған булдылар. Тимәк, һәр кем яҡшыға ынтыла. Кире ҡайтмай икән, тапҡан үҙенә уңайлы ерҙе.
Башҡортостандан да былтыр 9,5 мең кеше сит илгә күсенгән. Ҡасандыр беҙгә күсенеп килгәндәр киткән булһа ярай ине. Аҫабаларҙың йәнтөйәген ташлап китеүе яҡшы түгел. Сәбәбе етдиҙер. Баяғы 9,5 мең кешенең 8 429-ы БДБ (СНГ) дәүләттәренә күсенгән, 1 179 кеше башҡа сит илгә киткән.
Башҡортостан статистикаһы белгестәре мәғлүмәттәренсә, беҙҙән былтыр бөтәһе 153 302 кеше ҡайҙалыр күсенгән. Шуларҙың 96 меңдән ашыуы республика эсендә йә ауылға күскән йә ҡалаға, тигәндәй. 47 меңдән күберәге Рәсәйҙең бүтән төбәгенә йәшәргә юлланған.
Әлбиттә, килеүселәр ҙә бар. Улар ҙа шул яҡшы тормош эҙләп күсенеп йөрөйҙөр. 39 302 кеше Рәсәйҙән килгән, 7 665-е БДБ (СНГ) дәүләттәренән (үзбәктәр, тажиктар һ.б.). 912 кеше башҡа сит илдән килеп төйәкләнгән.