08.04.2019 Башҡортостандан һалдат һәләк булған
Өфө егете Валерий Степанов Приморье крайында хеҙмәт иткән. Һалдатҡа демобилизацияға тиклем ни бары 55 көн ҡалған булған.
Әлегә Валерийҙың минала шартлап һәләк булыуы хаҡында ғына билдәле. Тикшереүҙәр бара. Мәйетте ҡасан Башҡортостанға оҙатасаҡтары ла билгеһеҙ.
Егеттең әсәһе һәм апаһы Дәүләкән районында йәшәй. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.