08.04.2019 Тәүге шәмбе өмәһе шәп үттеме?
6 апрелдә тирә-яҡты таҙартыу өмәһенә сыҡтығыҙмы? Эйе, эйе, экологик өмәгә.
Был беренсе өмәгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев йомғаҡ яһаны.
Шулай итеп, “Республиканы бергәләп таҙа итәйек” акцияһына ярашлы, экологик өмәлә барлығы 3056 берәмек техника, 319 280 кеше эшләгән. 5532 ихата биләмәһе, 107 ял зонаһы, 63 хәрби мемориал тәртипкә килтерелгән. 110 261 кубометр сүп-сар йыйып сығарылған. 189 урында байрам саралары ойошторолған, 846 ерҙә эҫе сәй әҙерләнгән. Өмәгә 15 960 ойошма эшселәре, 800 дәүләт хеҙмәткәре сыҡҡан.
Яҡшы эшләнек тә ул, бының менән туҡтап ҡалырға ярамай. Бысратмайынса йәшәп булалыр бит?!
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәтендә уҡыуҙа булғанлыҡтан өмәлә ҡатнаша алмаған (үҙе булһа, моғайын, бүрәнәнең йыуан яғын тотор ине, биллаһи!). Ул өмәләрҙең яҡшы ойошторолоуын әйтте һәм тағы бер тапҡыр ҡабатланы: “7 майға республикала бөтә биләмәләр таҙа булырға тейеш!”