08.04.2019 Баҡсаң юл төҙөүгә ҡамасаулаһа...
Тиҙҙән Өфөнөң “Көнсығыш ҡапҡа”һы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлы йәғни. Бына ошо буласаҡ юл эсендә баҡсағыҙ ятһамы...
Властар дачаларҙы юл өҫтөнән алдырасаҡ. Бының өсөн 120 миллион һум тотонола. “Көнсығыш ҡапҡа” М-5 менән М-7 трассаларын тоташтырасаҡ. Шулай булғас, ул бик мөһим объект һанала. Дачалар был проектҡа ҡамасау булырға тейеш түгел.
Башлыса “Ягодка” баҡсасылыҡ ширҡәте ағзаларының йоҡоһо ҡасҡандыр, моғайын. Тап шул баҡсалар “һөрөлә”. Ер хужаларына снос хаҡында алдан хәбәр ителгән, хатта ҡайһы берәүҙәргә компенсация тураһында извещение ла ебәрелгән. Тик һәр ваҡыттағыса вәғәҙә ителгән ваҡытҡа аҡса түләнмәгән. Кешеләр баш вата. Әле ташҡын сәбәпле унда барып етә алмайҙар. Ә бульдозер майҙа эшләйәсәк.
Әйткәндәй, Өфөнөң Көнсығыш юлын инвестор аҡсаһына һалалар. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ла төҙөлөштө тамамларға ярҙам итергә закон проектын ҡараған.